Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Ул Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Байрамдың төп сараһы - ҡорбан салыу. Ғәйет уңайынан республиканың барлыҡ мәсеттәрендә байрам саралары үтә. «Ләлә» мәсетендә үткән байрам вәғәзен БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова тыңланы.
Мосолман донъяһындағы төп байрамдарҙың береһе - Ҡорбан байрамын ҡаршылай. Байрам намаҙында ҡатнашырға теләүсе мосолман ҡәрҙәштәр мәсет бинаһынан тыш, асыҡ һауала әҙерләнгән урынға ла теҙелеп ултырҙы. «Ләлә» мәсете халыҡ менән тулы. Үҙәк майҙанда ир-егеттәр урынлашһа, икенсе ҡатта ҡатын-ҡыҙҙар вәғәз ҡыла. Дин ҡәрҙәштәренә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин мөрәжәғәт итте. Был көн Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, йыл буйына ҡылған гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә бер сәбәп тип билдәләне ул
Йыл һайын Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был көн рәсми рәүештә ял тип иғлан ителде. Байрам намаҙына «Ләлә» мәсетенә йыйылыусылар сафына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та баҫты. Ғибәҙәт ҡылыу алдынан ул мосолмандарға ҡотлау телмәре менән мөрәжәғәт итте.
Сығышынан һуң Радий Хәбиров байрамға килеүселәр менән аралашты, улар үҙ сиратында хәрбиҙәргә күрһәткән ярҙам һәм гуманитар ылау өсөн рәхмәт еткерҙе. Бөгөн республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә ҡорбан байрамының билдәләнеүе, милләт, конфессия-ара татыулыҡ билдәһе. Мәсет тултырып, дини байрамдар үткәреү Халиҡ Нагаев өсөн йәшлек хыялы булһа, бөгөн ул ғәҙәти ысынбарлыҡ. Әлшәй районында йәшәүсе 80 йәшлек уҙаман «Ләлә» мәсетенә нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан, бер йыл да байрам вәғәзен ҡалдырмай.
Ҡорбан ғәйете уңайынан бөгөн Башҡортостандың барлыҡ мәсет- мәхәлләрендә намаҙҙар уҡылды. Вәғәз тыңларға һәм ғибәҙәт ҡылырға мосолмандар ғаиләләре, балалары менән килгән.
Өфөлә үҙған Ҡорбан байрамы вәғәзен барлыҡ Рәсәй мосолмандары тыңланы, бының өсөн йылдағыса намаҙ Беренсе канал һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа барҙы.
Байрам өс көн дауам итә. Ошо ваҡытта ҡорбан салыу, етемдәргә һәм мохтаждарға ярҙам итеү, туғандар менән осрашыу хуплана. Һәм әлбиттә, изге ғәмәлдә һәм изге ниәттә булыу шарт
Лилиә Мәҡсүтова