Өфөлә пленар ултырышта Рәсәй Һәм Белоруссия төбәктәренең Х Форумына йомғаҡ яһалды

«Былтыр Рәсәй менән Беларусь араһында тауар әйләнеше 12 процентҡа артып 3 триллион һумдан ашҡан». Өфөлә уҙған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының пленар ултырышында ил Призеденты Владимир Путин шулай тип белдерҙе. Ул эшлекле йыйында ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша сәләмләне. «Беҙҙең дәүләттәр иҡтисад, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтә», - тине дәүләт башлығы. Коллектив көнбайыш санкцияларына союз дәүләте бергә ҡаршы тора. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре 10-сы форумының пленар ултырышынан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.

Рәсәй һәм Белорусь төбәктәренең 10 -сы юбилей форумының пленар өлөшөндә яңы, ҡатмарлы шарттарҙа Рәсәйгә ҡарата коллектив көнбайыш баҫымы артҡан осорҙа дуҫ һәм туғандаш дәүләттәрҙең хеҙмәттәшлеге әһәмиәте иғтибар үҙәгендә булды. Рәсәй һәм Белорус төбәктәрен күп яҡлы йүнәлештә берләштергән майҙансыҡта Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко тарихи туғанлыҡ бөгөн дә тоғролоҡта һынатмай, дәүләт үҫешенә этәргес булып тора тип билдәләне .

Форумда ҡатнашыусыларҙы Ил Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш аша сәләмләп, ике дәүләтттең күп маҡсатлы, файҙалы бәйләнештәре артабан үҫешәсәк тип белдерҙе.

Башҡортостанда өс көн дауам иткән форум бизнес һәм власть , төрлө тармаҡтағы предприятиеларҙы таныштырыу һәм хеҙмәттәшлеккә килтереү өсөн эшлекле майҙанға әйләнде.Фән, мәғариф , ауыл хужалығы, сәнәғәт , төҙөлөш , айти һәм башҡа өлкәләрҙәге килешеүҙәргә юл һалынды.

Башҡортостан юбилей форумды юғары кимәлдә ойоштороп, йөҙәрләгән хеҙммәттәшлек килешеүенә иреште. Рәсми документтар - граждандарға яңы эш урындары булдырыу, йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсаты менән теркәлде.

Форумда ике ил араһында тауар әйләнешенең ыңғай динамикаһы иғтибарға алынды. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының сауҙа әйләнеше 12 процентҡа артып 3 триллион һумға еткән.

Флорида Ким