Башҡортостанда республика хосписы асылды

Тантанала Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һәм «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡатнашты. Республикала халҡы, эре предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар ярҙамында ҡалҡып сыҡҡан стационарҙы асыу сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Оҙайлы ваҡыт эсендә дозалап дарыуҙар, туҡлыҡлы матдәләр индереү өсөн инфузомат. Ә мониторҙа пациенттың ҡан баҫымы, пульсы, сатурацияһы күрһәтеләсәк. Өлкәндәр блогындағы «респиратор бүлмә» заманса йыһазландырылған. Бында медицина ҡоролмалары, табиптар булһа ла учреждение бөтөнләй дауаханаға оҡшамаған. Хоспис - ҡатмарлы сир менән ауырыусыларға ярҙам итеү, уларҙың тормошон еңеләйтеү урыны.

Ысынлап-та, бында өйҙәге кеүек йылы һәм уңайлы. Ял итеү, аш-һыу, балалар бүлмәһе, намаҙ уҡыу урыны... Киң, яҡты палаталар һәр пациент өсөн мөмкин тиклем ҡулайлаштырылған.

Өфө хосписын асыу сараһында Валентина Матвиенко ҡатнашты. Федерация Советы рәйесе буш ҡул менән килмәгән, ул стационар директорына сенсор бүлмәһен йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырҙы. Башҡортостандың хоспис төҙөү буйынса уңышлы тәжрибәһен башҡа төбәктәргә таратыу кәрәклеген белдерҙе.

Бүләктәр бының менән генә тамамланманы. Хоспистарға ярҙам фонды учредителе Нюта Федермессер рәхмәт стенаһы алдында стационарҙы төҙөүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн Каринэ Хәбироваға мәңгелек тормошто кәүҙәләндереүсе бәпембә шарын бүләк итте.

Әйткәндәй, хәйриәселәрҙең исемдәрен мәңгеләштергән рәхмәт стенаһы артҡандан-арта. Исемлектәр араһында шәхси эшҡыуарҙар ҙа, эре предприятелар ҙа бар.

60 урынға, шул иҫәптән 20 балаға иҫәпләнгән стационар тәүге пациенттарын киләһе аҙанан ҡабул итә башлаясаҡ. Өфө хосписы асылһа ла, ярҙам һәр ваҡыт талап ителә. Иғәнәләр ебәрергә теләүселәр өсөн ufahospice.ru сайты эшләй.

Әлфинә Килдейәрова