Өфөлә «Евразия йөрәге» «Симфоник төн» менән тамамлана

Ике көн дәртле көйҙәрҙән һуң Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары классик музыка тыңларға йыйылды. Бөгөн «Евразия йөрәге»нең һуңғы көнө. Тамашасылар иғтибарына симфоник оркестр сығышы тәҡдим ителә. «Торатау» конгресс-холының амфитеатрында донъяуи классик әҫәрҙәр менән бергә Башҡорт халҡының ижади хазиналары ла яңғыраны. Өфөләр өсөн опера йондоҙо-Вероника Джиоеваның сығышы ҙур бүләк булды.

«Евразия йөрәге» фестивале «Рәсәй-Культура» телеканалының «Ҙур опера» проекты менән тамамланды. Башҡортостан милли симфоник оркестрына ҡушылып проект еңеүселәре сығыш яһаны.