Һәр кемгә бушлай шар һәм туңдырма. Ошондай бүләктәр менән Ҡорбан байрам уңайынан «Башҡортостан» лайф-стайл үҙәгендә ойошторолған байрамда ҡатнашыусыларҙы ҡыуандырҙылар. Йөҙләгән кешене берләштергән майҙанда балалар өсөн уйындар, сағыу концерт номерҙары ойошторолдо, изге теләктәр яңғыраны. Байрам тағы ла нимәһе менән үҙенсәлекле булды? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Тәмлекәс артынан сират йыйылған. Татлы мамыҡ малай-ҡыҙҙарға ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренә лә бушлай таратыла. Айтуған Байраҡаев менән Ильяс Ғөзәйеров бындай сарала тәүгә ҡатнаша, әммә ошондай мәрхәмәтлек акцияһын даими ойошторорға ниәтләй. Егеттәр 20 килограмм шәкәрҙе үҙ аҡсаһына һатып алған.
Изге Ҡорбан байрамында яҡыныңа изгелек белдереү, мохтаждарға ярҙам итеү зарур. Байрамды ойоштороусылар кескәйҙәрҙе татлы мамыҡ, туңдырма менән генә һыйлап ҡалмай, шарҙар бүләк итеп ҡыуандырҙы. Бүләктәр квестта ҡатнашыусылар өсөн дә етте. Балалар майҙанда йәшерелгән ҡағыҙҙарҙы эҙләп, ребустар систе.
Байрам үҙәгендә лә яугирҙарыбыҙ тураһында онотолмай. Балалар яу яланындағы мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе байрам менән ҡотлап, открыткалар буятты. Сәләм еткереүсе авторҙарҙың битенә лә аквагрим яһалды. Сағыу биҙәктәрҙе хатта иң тиктормаҫ кескәйҙәр ҙә көтөп алды.
Байрам сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сараның төп өлөшөндә көтөп алған табын ҡунаҡтарҙы бер өҫтәлгә йыйҙы. Байрамда ҡатнашыусылар бер ҙур ғаиләләй саф һауала былау менән һыйланды.
Байрамда дуҫлыҡ, берҙәмлек рухы хакимлыҡ итте. Сара ошоно маҡсат итеп ҡуя ла инде. Ә иң мөһиме - майҙанға йыйылыусылар Ҡорбан байрамында ғына түгел, көн дә изге ниәттә булыу кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.
Рәзилә Ғиниәтуллина