Алғы һыҙыҡта - ҡорбан байрамы. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары мосолмандарҙың төп байрамдарының береһен билдәләне. Хәрбиҙәрҙе ҡотларға һәм доға уҡырға рухи остаз Хәмзә хәҙрәт килде.
Ҡорбан ғәйете өс көн дауам итә. Өсөнсө көндөң аҡшам намаҙына хәтлем ҡорбан салыу дөрөҫ һанала. Ошо ваҡыт эсендә Хәмзә хәҙрәт Башҡортостан хәрбиҙәре хеҙмәт иткән подразделениелар буйлап йөрөп сығырға ниәтләй. Ҡорбан салыу өсөн ваҡ малды Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин һатып алған. Бындай ярҙам бик мөһим, ти башҡорт батальондарының рухи остазы.
Шайморатовсылар әйтеүенсә, батальон составында төрлө милләт вәкилдәре бар. Шуға ҡармаҫтан, мосолмандар байрамынан бер хәрби ҙә ситтә ҡалмай. Сөнки коллектив доға ҡылыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы берләштерә. Ҡорбан итеп салынған һарыҡтан хәрбиҙәр байрам ашы - ҡаҙанда шулюм бешерҙе.