Етеп килгән Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө хөрмәтенә уҙғарылған акцияла баш ҡаланан бер машина ҡуҙғалды. Уға республиканың район-ҡала вәкилдәре ҡушыласаҡ һәм ҙур автоколонна Йылайырға тиклем бара. Автоуҙышта ҡатнашыусыларҙы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова оҙатты.
Махсус әҙәбиәт, атрибутика һәм күтәреңке кәйеф. Етеп килгән Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө уңайынан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға теләктәшлек белдереү маҡсатында республика автоуҙышы старт алды. Уны Бөтә Рәсәй «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе ойоштора.
«Сикһеҙ хәрби туғанлыҡ» исеме аҫтында ойошторолған автоуҙыш Урал аръяғына юл тота. Маршрут 15 район-ҡаланы һәм бер мең 500 саҡрымдан ашыу юлды үҙ эсенә ала. Автоуҙыштың һәр туҡталышында хәтер акциялары, хәрби мемориалдарға сәскә һалыу һәм ветерандарҙы ҡотлау саралары, йәштәр менән осрашыуҙар үткәреләсәк.
Хәрби бәрелештәр ветерандары Өфөнөң Еңеү паркындағы «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды. Оҙатыусылар автоуҙышта ҡатнашыусыларға теләктәрен еткерҙе.
Һәр туҡталышта «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының район бүлексәһе вәкилдәре ҡушыласаҡ. Бергәләп 1 июлгә Йылайырға барып етеү, унда Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының 6-сы слетын уҙғарыу планлаштырыла.
Әлфинә Килдейәрова