Байрам сараларын муниципалитеттың 22 мәсете үткәрҙе. Оло-Тәләк ауылының иман йортона урындағы халыҡ ҡына түгел, күрше районда йәшәүселәр ҙә йыйылды. Изге байрам көнөндә доғалар ҡылынды, хәйер таратылды. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары мул табын әҙерләне.
Һарт-Лабау ауылында йәшәүсе Данис Ғәлимов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улына һәм ауыл халҡы именлегенә бағышлап ҡорбан салды. Байрам ашы урындағы «Шәйхулла» мәсете алдында үтте.