Башҡорт дәүләт медицина университетында молекуляр аллергология мәктәбе эш башланы

Ике көн дауамында Башҡортостан ғалимдары Мәскәү һәм Австриянан килгән коллегалары менән аллергияһы булған пациенттарҙы дауалау механиздары, заманса алымдар тураһында тәжрибә уртаҡлаша. Тәүге көндә ғалимдар аллергия менән көрәшеү өлкәһендәге асыштары менән бүлешһә, иртәгәһенә ғәмәли дәрестәр, лабораторияларҙа берҙәм тикшеренеүҙәр көтөлә.

Башҡортостан студенттарына 20 йылдан ашыу ғүмерен молекуляр аллергологияны өйрәнеүгә бағышлаған Вена медицина университеты ғалимы Рудольф Валента менән аралашыу бәхете тейҙе.

Ер йөҙөндәге халыҡтың 30 проценттан ашыуы аллергия менән яфалана. Шуларҙың биш процентында ғына билдәләре бар. Әле беҙ яңы вакцина өҫтөндә эшләйбеҙ. Уның ярҙамында ошо сиптомдарҙы баҫыу, күптәрҙә бөтөнләй юҡҡа сығарыу мөмкинлеге тыуҙы. Рәсәй коллегаларыбыҙ менән иһә аллергияны иҫкәртеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлбиттә, һәр илдең үҙенә, кешеләренә генә хас сирҙәр бар. Улар яңырып тора. Шуға беҙ һәр төбәк менән айырым эшләйбеҙ.

Рудольф Валента, Вена медицина университетының патофизиология һәм аллергология институты директоры