Башҡортостан юлдарында «Иң ҡәҙерлеләрҙе һаҡлайыҡ» тип аталған яңы социаль кампания башланды

Республика баш автоинспекторы Владимир Севастьянов балаларға бәйле транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса профилактик саралар иғлан итте. Быйыл 5 айҙа бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 150-нән ашыу авария теркәлгән, өс баланың ғүмере өҙөлгән, 173-ө — йәрәхәтләнгән. Профилактик сара барышында автомобилдә балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләренә айырым иғтибар бирелә. Шулай уҡ малай һәм ҡыҙҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныша. Социаль кампания 14 июлгә тиклем дауам итә.