Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары маҡтаулы исемгә бәйле закон ҡабул итте. Ул кесепселәр һәм һөнәрселәргә бирелә. Республикала 50 меңдән ашыу кеше халыҡ кесепселеге менән шөғөлләнә.