Республикала спорт һәм физкультура өлкәһендә премия булдырылды

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, премия спорт йүнәлешендә юғары ҡаҙаныштар һәм физик культураны үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән өсөн тапшырыла. Ҡала һәм райондарға 2 миллион һум бирелә, ойошмалар һәм спорт федерациялары 1,5 миллион һумға дәғүә итә ала. Ветерандар, тренерҙар һәм журналистар 200 мең һум, инвалидтар менән шөғөлләнгән спорт белгестәренә 250 мең һум премия ҡаралған.