Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, ветерандар һәм инвалидтарҙы йөрөткән водителдәргә лә автомобилде урамда ҡалдырған өсөн түләмәҫкә рөхсәт ителә. Республика Һанлы үҫеш министрлығына Транспорт саралары берҙәр төбәк реестрын төҙөү бурысы ҡуйылған. Бындай исемлеккә льготаға эйә граждандарҙың машиналары индерелә.