Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре талауҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алған

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, битлек кейгән ике ир Өфөнөң Маршал Жуков урамындағы магазиндарҙың береһенә һөжүм итә. Улар хеҙмәткәрҙәргә боросло балондан һиптереп, пистолетҡа оҡшаған әйбер менән янап, биш миллион һум самаһы аҡса һәм ете кеҫә телефонын урлай. Ишек алдында уларҙы һөжүм итеүселәр ҡасҡан автомобиль көтә.

Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөлә һәм Ҡазанда дүрт егетте ҡулға алды. Уларҙың икәүһе енәйәтте туранан-тура башҡарыусы, өсөнсөһө водитель ролен үтәй. Тағы бер элекке магазин хеҙмәткәре, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, аҡсаның ҡайҙа һаҡланыуы тураһында иптәштәренә һөйләгән. Енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙең йәшәгән урындарында тентеүҙәр үткәрелә, аҡсаның бер өлөшө тартып алына. Магазин хеҙмәткәрҙәренә янаған пистолет уйынсыҡ булып сыға.