Салауат районынында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл ҡаһармандарына арналған стела асылды

Салауат районының Урмансы ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл ҡаһармандарына арналған стела асылды.

Объектты асыу тантанаһы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы сиктәрендә үтте. Урмансылағы обелиск «Атайсал» проекты буйынса төҙөлгән. Быға тиклем тиклем ауылда 1975 йылда һалынған обелиск була, әммә уны яңыртыу, төҙөкләндереү, исемлекте тулыландырыу талап ителә. Урмансылар был эште берҙәм һәм тиҙ арала башҡарып сыға. Ауылдан Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға 300-ләп яу һәм тыл ҡаһарманы үҙ өлөшөн индергән, хәҙер батырҙарҙың исем-шәрифтәре менән стелала танышырға мөмкин. Объектты асыу тантаналы шарттарҙа үтте, әүҙем йәмәғәтселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.

Олатай-өләсәйҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында «Үлемһеҙ полк» акцияһы ла ойошторолодо. Сараға йөҙҙән ашыу фотоһүрәт эшләнде. Штендер тотҡан халыҡ урамдар буйлап ауылдаштар байрамы уҙасаҡ яланға юлланды. Был көндө Урмансыла «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» гөрләп үтте.