«Ярҙамлашыу һәм яңырыу» проекттың йыл эсендә башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһалды

Фестивалгә республиканың төрлө төбәктәре ирекмәндәре йыйылды. Йәш волонтерҙар үҙҙәренең ҡаҙаныштары һәм киләсәккә маҡсаттары менән бүлеште. Проект Өфөнөң социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеше фонды көстәре менән булдырылған. Ул балаларға йәмәғәт эштәрендә үҙҙәрен һынап ҡарауҙа ярҙам күрһәтә. Барлығы был проектта 800 ирекмән ҡатнашҡан. Һәр отрядҡа кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу өсөн 100 мең һумлыҡ грант бүленгән.