Уларҙы 7 июлдә Зәки Вәлиди урамында 1-се йорт ҡаршыһындағы туҡталҡала күреп була. Беренсе ҡатнашыусы киске сәғәт биштәргә килеп етергә тейеш.
Быйыл раллиҙы Ҡазан - Өфө - Мәскәү маршруты буйынса үткәреү планлаштырылған, ул 9 этапты үҙ эсенә ала. Төбәктә был сараны үткәреү тәжрибәһе бар. Башҡортостанда тәүге тапҡыр ралли этабы 2016 йылда уҙҙы.
7 июлдән 10-на тиклем республика биләмәһендә тиҙ йөрөшлө ралли участкаһының 3 этабы үтәсәк. Ярышта ҡатнашыусылар Әбйәлил, Белорет, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары биләмәләре буйлап үтәсәк. Спортсыларҙың 70 экипажы мотоциклдар, квадроциклдар, багги, внедорожниктар һәм йөк машиналары категорияларында сығыш яһай.