«Алға» транспорт картаһының ҡулланыу даирәһе киңәйә

Хәҙер Башҡортостан картаһы менән Ырымбур өлкәһендә лә юл хаҡын түләргә мөмкин, Силәбе өлкәһе менән килешеү төҙөлгән. Әле Нижогородка өлкәһе, Удмурт, Сыуаш һәм Татарстан республикалары өсөн бындай мөмкинлек тикшерелә.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, Өфөлә 15 миллиондан ашыу пассажир «Бәхетле сәғәт» акцияһы башланғандан алып уның мөмкинлектәренән файҙаланған. Льготалы хаҡ ярҙамында кешеләр билет һатып алғанда 368 миллион һум аҡсаһын экономиялаған. Был беҙҙең транспорт реформаһы һөҙөмтәләренең береһе, тигән Радий Хәбиров.

«Беҙ йәмәғәт транспортында йөрөүҙең бөтә йәһәттән дә, шул иҫәптән түләү буйынса, мөмкин тиклем уңайлы булыуын теләйбеҙ. 2019 йылдан алып беҙ 772 мең «Алға» транспорт картаһы сығарҙыҡ. Льготалы йөрөү хоҡуғы бирелгән һәм Алга ҡушымтаһына интеграцияланған башҡа карталар менән бергә уларҙың һаны миллион ярымдан ашып китә. Бында, мәҫәлән, уҡыусы, корпоратив, социаль транспорт карталары инә, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.