Барлығы 111 мең гектар майҙанда үлән сабылған. 29 мең тонна бесән һәм 255 мең тоннаға яҡын сенаж әҙерләнгән. Иң алғылар рәтендә Саҡмағош, Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондары. Шишмә районында сенаж әҙерләү 40 процентҡа тамаланған. Урындағы хужалыҡ эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Мал аҙығының туҡлыҡлы булыуы - сенажды ваҡытында йыя башлауға туранан-тура бәйле. Шишмә районы хужалыҡтарының береһендә мал аҙығын әҙерләү өсөн бойҙай, һоло һәм борсаҡ орлоҡтары ҡатнашмаһы сәселгән. Бер йыллыҡ үләндәр, күп йыллыҡтарға ҡарағанда яҡшы уңыш бирә, ти иҫәпләй фермерҙар.
Хужалыҡта 750 эре мал аҫрала, шуларҙың 330-ы һауын һыйырҙары. Бында тәүлегенә 4 тоннанан ашыу һөт етештерелә. Хужалыҡ ҡеүәтте арттырыу яҡлы, бының өсөн малды дөрөҫ туҡландырыу шарт.
Шишмә районының барлыҡ хужалыҡтары ла баҫыуҙарға төшкән, уларға 12 мең 400 эре мөгөҙлө малға аҙыҡ әҙерләү бурысы тора. Аҙна башынан алып фермерҙар 700 тонна бесән һәм 5 мең 300 тонна сенаж йыйып алған. Был дөйөм күләмдең 40 процентын тәшкил итә.
Хужалыҡтар үҙ ихтыяжын ҡаплау өсөн генә түгел, киләһе йылға запас та әҙерләй. Был осраҡта сенажды дөрөҫ һаҡлау кәрәк. Консервалауҙа биологик ҡатнашма ҡушыла. Йәмғеһе, әлеге көндә Башҡортостанда 255 мең тоннанан ашыу сенаж әҙерләнгән. Төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәре алдында мал башына кәмендә 28-30 центнер мал аҙығы әҙерләү бурысы тора.
Әлфинә Килдейәрова