Уҡыу йортоy быйыл 1500 йәш белгес тамамланы. Буласаҡ аҡ халатлыларҙы ҡотлау тантанаһы «Өфө - арена» боҙ һарайында үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусы студенттарҙың сығарылыш кисәһе йылдағыса сағыу тамашаға әйләнде. «Өфө - арена» боҙ һарайында үткән сарала мең ярым кеше Гиппократ антын биреп, көтөп алынған дипломдарҙы алды.
Сығарылыш студенттары араһында табиптар династияһынан килгән йәштәр байтаҡ. Егеттәр һәм ҡыҙҙар бала саҡтан пациенттарҙы дауалау эшен күреп үҫеп үҙҙәре лә табип һөнәрен һайлаған.
Диплом алыусы йәштәрҙең бер өлөшө үҙләштергән һөнәр буйынса эшләй башларға әҙерләнһә, икенселәре ординатурала уҡыуын дауам итергә ниәтләй. Университет етәкселеге, студенттар республика мәнфәғәтенә эшләп Башҡортостан пациенттарын дауалар тигән өмөттә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе белгестәргә ихтыяж һәр ваҡыттағыса юғары. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа аҡ халатлыларҙың һөнәре ҙур һорау менән файҙалана. Медицина университетын тамамлаған студенттар республика дауаханаларында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең нигеҙе һәм таянысы булып тора. Аҡ халатлылар сафына тағы ла меңәрләгән йәш белгес ҡушылыр тип көтөлә.
Флорида Ким