Өфөлә Сауҙа хеҙмәткәрҙәре араһында «Йәйге спартакиада» үтте

Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеүселәр сәләмәт тормош яҡлы. «Сауҙа берлеге» төбәк профсоюздары ойошмаһының финалға сыҡҡан 7 командаһы әүҙем спорт уйындарынан торған «Йәйге спартакиадала» ҡатнашты. Сәм һәм берҙәмлек уятыусы ярыштарҙы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Һөт кухняһы» һәм «Башҡортостанда етештерелгән» сауҙа предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре эштә лә, спорт ярыштарында ла әүҙем. Айырыуса көс, таһыллыҡ, сыҙамлыҡ талап иткән арҡан тартыу уйынында ла һәр команда еңеү яуларға тырышты.

Командалар теүәллек талап иткән дартс, йылғырлыҡ һәм етеҙлек мөһим булған мини-футбол уйындарында көс һанашты. 12-се тапҡыр үткәрелгән йәйге спартакиадала ҡатнашыусылар араһында граната ташлау буйынса спорт ярыштары ла бик популяр булды.

Традицион спорт ярыштарынан тыш сауҙа хеҙмәткәрҙәре беренсе тапҡыр ойошторолған башҡорт уғынан атыу буйынса мәргәнлек ярыштарында ла көс һанашты.

«Сауҙа берлеге» төбәк профсоюздар ойошмаһы тарафынан «Йәйге спартакиада» Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө сиктәрендә ике аҙна алдан үткәрелә. Был спорт сараһы әүҙем спорт уйындарына һөйөү тәрбиәләй, йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Пневматик мылтыҡтан 10 метрға атыу буйынса ла ярыш көсөргәнешле барҙы. Мәргәндәр өсөн өс һынау атыуынан һуң, 5 зачет һанау атыуынан сәпкә атты.

Гүзәл Борханова