Күләмле сара Мәскәүҙә быйыл 4 ноябрҙән 2024 йылдың12 апреленә тиклем үтә.
Кәңәшмәне Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко уҙғарҙы. Һүҙ төбәктәрҙең экспозицияларын формалаштырыу тураһында барҙы. Һуңғы йылдарҙа ил етди үҙгәрештәр кисерҙе, күргәҙмәлә төбәктәрҙең үҙенсәлеге, ҡаҙаныштар сағылыш табырға тейеш, тине Сергей Кириенко.
Алдан күҙҙаланыуынса экспозициялар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, уны миллиондарса кеше, шул иҫәптән студенттар һәм уҡыусылар ҡарар тип көтөлә. Рәсәй субъектары етәкселәре онлайн кәңәшмәлә күргәҙмәгә әҙерлек барышы хаҡында һөйләне. Башҡортостан павильоны һәм милли аш-һыу зонаһы әҙерләргә ниәтләй. Яҡын арала Республикала «Рәсәй» күргәҙмә-форумына концепция тәҡдим ителәсәк.