Һалдат тыуған еренә ҡайта. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташыбыҙҙың һөйәктәренең ҡалдыҡтары 80 йыл үткәс, кесе Ватанына ҡайтарыласаҡ. Ишембай районы вәкиле Степан Усачев 1943 йылда Новороссийск янындағы Таҡыр тауы түбәһендә һәләк була. Ошоғаса тиклем яугир яҙмышы туғандарына билдәле булмай. Уларға эҙәрмәндәр ярҙам итә. Тулыраҡ Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Усачев ғаиләһе вәкилдәре исемдәре мемориалдағы исемлектә ҙур өлөш алып тора. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ғаиләләге 5 ирҙе лә фронтҡа алып китәләр. Кемдер хәбәрһеҙ юғала, кемдер яу яланында ятып ҡала. Яугирҙарҙың күбеһенең яҙмышы бөгөнгәсә билдәле булмай. Тик бер нисә ай элек һалдаттарҙың ейән-ейәнсәрҙәре менән эҙәрмәндәр бәйләнешкә сыға.
Совет һалдатының һөлдәһен Новороссийск янындағы Таҡыр тау түбәһендә табалар. Ҡыҙылармеец медальоны ярҙамында уның Ишимбай районы вәкиле Степан Усачев икәне билдәле була. Архив документтары буйынса уның 1943 йылда һәләк булғаны асыҡлана. Эҙәрмәндәр һалдат разведкала хеҙмәт иткәндер, тип иҫәпләй.
Һуғыш ваҡытында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттан хәбәрҙе ҡатыны тиҫтәләрсә йылдар көтә. Бөгөн уның ейәнсәрҙәре олатаһының фотоһүрәттәрен күҙ йәштәрһеҙ ҡараЙ алмай. Йыл һайын һалдаттың инде бүлә-бүләсәләре менән Еңеү паркындағы мемориалға сәскәләр һала.
Степан Усачевтың тупрағы ошо көндәрҙә ҡайтарыласаҡ. Һәләк булған геройҙың һөйәктәрен тыуған яғында яңынан ерләйәсәктәр.
Рәзилә Ғиниәтуллина