Тейешле бойороҡҡа Рәсәйҙең Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Мостай Кәрим түбәһе Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһындағы Чегем тарлауығында 3703 метрлыҡ бейеклектә урынлашҡан.
Бынан тыш, күрше түбәләр Әлим Кешоков һәм Ҡайсын Кулиев исемдәрен йөрөтәсәк. 2018 йылда Рус география йәмғиәтенең альпинистар төркөмө ул саҡта исемһеҙ түбәгә күтәрелеп, иҫтәлекле таҡта ҡуйғайны. Хәҙер Мостай Кәрим түбәһенә үрләүсе сәйәхәтселәрҙе уның иң юғары нөктәһендә шағирҙың Кавказ тауҙарына арналған шиғыры ҡаршы ала.