Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында сығарылыш кисәһе үтте

Кисәге студенттар дипломлы булды. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында сығарылыш кисәһе үтте. Тантананан беҙҙең киләһе материал.

Баймаҡтың Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының йөҙләгән студенты дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына белгес дипломын алды. Ауыр һынауҙар, күңелле студент һәм ятаҡ тормошо - барыһы ла артта ҡалды. Хәҙер уларҙы үҙ аллылыҡ көтә.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы республиканың өс районында уңышлы эшләй. Быйыл уҡыу йортон барлығы 391 студент тамамлай. Шуларҙың 147 -һе - Баймаҡта. 13 студент - тик яҡшы билдәләргә өлгәшеп, ҡыҙыл дипломға эйә булды. Улар араһында тегенсе һөнәрен үҙләштергән 4 бала әсәһе Әлиә Сыртланова ла бар.

Иретеп -йәбештереүсе.Тракторсы -машинист. Тегенсе. Баҡсасы. Уҡыу йорто йәмғеһе 14 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй. Эшсе кадрҙарға хеҙмәт баҙарында һәр саҡ һорау ҙур. Шуға ла ҡулдарына диплом алған йәштәр үҙләштергән һөнәрҙәре буйынса үҙ урындарын табыр.

Альбина Байегетова