«Районы-кварталы», «Владивосток -2000» и «We will rock you». Билдәле рок-композициялар ошо көндәрҙә «Ҡашҡаҙан» паркында яңғыраны. Саф һауала ойошторолған «Рок-оркестр» музыкаль фестивалендә билдәле «Твинс ковл», «Гранула» һәм «Бишмармаҡ» коллективтары сығыш яһаны.
Рок жанрындағы популяр йырҙарҙы артистарға ҡушылып баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары башҡарҙы. Сара аҙағында үҙ музыкаль ҡоралы менән килгән ҡунаҡтар күләмле флешмобҡа ҡушылып, популяр көйҙәрҙе башҡарҙы.