Иглин районында фура өс еңел автомобилде бәрҙерә. Үлемесле авария М-5 федераль трассаһында теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Мерседес» йөк машинаһы водителе тиҙлеген кәметеп өлгөрмәй һәм алда барған иномаркаларға бәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 64 йәшлек «Шкода» водителе һәләк була. Шулай уҡ автомобилдәрҙең береһендә ултырған 13 йәшлек пассажир зыян күрә. Ул Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһына һалынған.