Башҡортостанда айыуҙар кешеләргә ташланған

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең береһе Ишембай районы Скворчиха ауылы янында теркәлгән. Урман хужаһы Салауат ҡалаһынан бәшмәк йыйып йөрәгән ирҙең арҡаһын һәм башын яралай. Зыян күреүсе үҙаллы ашығыс ярҙам саҡырта. Ваҡиға урынына полиция, тәбиғәт министрлығы һәм һунарсылар йәмғиәте егере килә.

Икенсе осраҡ Белорет районында була. Тайыштабан Әхмәр ауылы янында аттарҙы эҙләгән көтөүсегә һөжүм итә. Бәхеткә күрә, һыбайлы боролоп, ауыл яғына ҡаса. Һуңыраҡ айыуҙы аулайҙар. 4-5 йәш тирәһендәге ата айыу 120 килограмм самаһы ауырлыҡта була.