Федоровка районында Геннадий Казанин исемендәге Покровка фестивале үтте

Төбәктең тиҫтәләрсә ижади коллективтарын бергә йыйған мәҙәни сара йыл һайын июлдең беренсе шәмбеһендә ойошторола. Арктикаға беренсе совет дингеҙ экспедицияһына сыҡҡан Геннадий Казанин тыуған ауылы киләсәгенә лә күп көс һалған. Төҙөк урамдар, заман талаптарына яуап биргән мәктәп, сиркәү - билдәле геофизиктың атайсал өсөн башҡарған эштәре бихисап. Бөгөн атаһының юлын улы дауам итә. Покровка фестивале билдәле яҡташтарының яҡты иҫтәлегенә арналды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Покровка фестивале Федоровка районының халыҡтар дуҫлығын сағылдырған күләмле мәҙәни сараларының береһе. Йыл һайын үткәрелгән сара Покровка ауылында тыуып үҫкән Геннадий Казаниндың иҫтәлегенә арнала. Арктикаға беренсе совет дингеҙ экспедицияһын ойоштороусы арҙаҡлы шәхесте яҡташтары хөрмәтләп телгә ала.

Геннадий Казанин исемендәге Покровка фестивале был юлы ла Федоровка районының барлыҡ ижади коллективтарын бер сәхнәгә йыйҙы. Бала Сытырман ауылының «Замандаш» башҡорт халыҡ ансамбле репертуарына бик күп халыҡсан йырҙар ингән. Композициялар араһында тап ошо яҡтарҙа ғына башҡарылған йырҙар ҙа күп. Ярты быуатҡа яҡын тарихы булған ансамбль башҡаларға ла өлгө. Йыл башында мәҫәлән, Юрматы ауылындағы ижади коллективҡа нигеҙ һалына.

Покровка фестиваленең тап Геннадий Казанин исемен йөрөтөүе осраҡлы түгел. Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған геолог һәм геофизик ваҡытында тармаҡ үҫешенә тос өлөш индереү менән бер рәттән, атайсалын да ҡайғыртып йәшәй. Бөгөн атаһының юлын улы Алексей Казанин дауам итә.

Быйыл Покровка мәктәбенә Геннадий Казаниндың исеме бирелгән. Ә фестиваль күптән инде Покровкаға ереккән. Күләмле мәҙәни сарала күрше төбәктәр вәкилдәре лә ҙур теләк менән ҡатнаша. Фестивалгә махсус билдәле артистар ҙа саҡырыла. Был юлы Федоровка ерендә Александр Ягья менән Алексей Глызин сығыш яһаны.

Азат Ғәлиуллин