35-cе тапҡыр ойошторолған дөйөм ҡала байрамында Башҡортостан һәм Татарстандың этноауылдары төҙөлгәйне, һәр милләт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо кәсептәре күрһәтелде. Ленинград өлкәһенең Всеволожский районы Энколово ауылында ла һабантуй уҙғарыу изге йолаға әйләнгән. Дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек байрамына әйләнгән сарала БЮТ ижади төркөмө лә эшләне.
Мәскәү һабантуйына йыйылған ҡунаҡтарҙы башҡорт халыҡ бейеүҙәре, ҡурай, ҡумыҙ моңдары, милли аш-һыу менән ҡаршы алдылар. Байрам йәме тирмәләрҙә булды. Этноауылда халҡыбыҙҙың үткәне, мәҙәниәте, көнкүреше сағылыш тапты. Ошонда уҡ солоҡсолоҡ, кейеҙ баҫыу, милли биҙәүестәр яһау буйынса интерактив майҙансыҡтар, халыҡ художество кәсептәре әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе, төрлө оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Сәхнәлә Башҡортостандың билдәле артистары сығыш яһаны. Шулай уҡ биләмәлә мас-рестлинг һәм күпбәйге буйынса ярыштар уҙғарылды.
Башҡорт һәм татар халыҡтарын берләштергән һабантуй күптән инде дөйөм милли байрамға әйләнгән, унда йыл һайын 250 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Быйыл байрамға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа саҡырылғайны. Күләмле сара армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 100 йыллығына арналды. Фестиваль сиктәрендә танылған хәрби етәксе тураһында фотоэкспозиция эшләне. Шулай уҡ майҙанда Республика хәрби дан һәм 112-cе башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарының күргәҙмәләре ойошторолғайны.
Һабантуйҙа республиканың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлауға тос өлөш индергән өсөн илдең баш ҡалаһы Хөкүмәтенә Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаты тапшырылһа, Мәскәү мэры Сергей Собянин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Ленинград өлкәһендә лә этноауыл төҙөлөп, һабантуй уҙғарылды. Күләмле сара Санкт-Петербургтың милли-мәҙәни автономиялары, урындағы хакимиәт, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары ярҙамында ойошторолдо. Мәҙәни программа өсөн һәр төбәккә айырым майҙансыҡ бүленгәйне. Ҡунаҡтар халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәрен ҡарап рухланды. Шулай уҡ башҡорт туйына шаһит булды. Милли уйындарҙа ҡатнашып күңел асыусылар ҙа күп булды.
Башҡортостандың бай мәҙәниәте сағылыш тапҡын этноауыл Санкт-петербург һәм Ленинград өлкәһендә йәшәүселәрҙә оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Сара сиктәрендә сит төбәктә башҡорт мәҙәниәтен, яҡташлыҡ көсөн үҫтереүгә тос өлөш индергән милләттәштәребеҙҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Гөлназ Хәйбуллина