Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ҡатлы йорттарҙа төҙөкләндереү барышы менән таныштырҙылар. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, подъезд ремонтлар алдынан ҡыйыҡты йүнәтергә кәрәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт
Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн яуаплы төбәк операторы фонды етәксеһе Павел Сафонов Республика Башлығы тәҡдимен хупланы. "Киләһе йылдарҙа ҡыйыҡты йүнәтеү эшенә күберәк иғтибар буласаҡ", - тине ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл программа буйынса 656 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәрелә. Уның барышында подъездар тәртипкә килтерелә, лифтар алмаштырыла, ҡыйыҡтар йүнәтелә.