Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы йылдың төп ваҡиғаһы

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумында халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен 100 меңдән ашыу кеше ҡараған. Асыҡ һауала һәм япмалы павильонда ике дәүләттән 19 төбәктән компаниялар ҡатнашты. Экспозицияла төрлө тармаҡ ойошмалары 60 стендын тәҡдим итте, 100-ҙән ашыу берәмек техника күрһәтелде.