Өфөнән Новосибирск ҡалаһына тура осорға була

Nordstar авиакомпанияһы йәйге миҙгелдә рейс аса. Осоштар аҙнаһына бер тапҡыр йәкшәмбе башҡарыла. “Өфө”халыҡ-ара аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, пассажирҙар “Вoeing” самолетында оса. Юлға 2 сәғәт 45 минут китә. Өфөнән Новосибирскийға шулай уҡ  “S7 Airlines” авиакомпанияһының самолеттары оса. Рейстар көн һайын була.