Ҡыйыҡ тишек була тороп подъездарҙы матурлау килешмәй. Радий Хәбиров күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт яһау программаһын объектына ҡарап төҙәтмәләр индерергә ҡушты. Юғиһә, планға ярашлы подъездар ремонтлана, ә шул уҡ ваҡытта ҡыйыҡтан һыу ағып тороуы ихтимал.
Быйыл программаға ярашлы 656 күп ҡатлы йортта 6 миллиард ярым һумға ремонт яһала. Әле төҙөкләндерелергә тейеш дөйөм күләмдең етмеш процентында эштәр бара. Радий Хәбиров был эштә лә халыҡ фекерен ишетергә һәм кәғәшләшеп эшләү кәрәклеген иҫкәртте.