Сараны асыу тантанаһында ауыл хужалығы алдынғыларына Башҡортостандың дәүләт наградалары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Майҙанда ойошторолған байрам концерты, милли уйындар, ҡул эштәре күргәҙмәһенә БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды.
Ат сабышы, милли көрәш, тирмәләр конкурсы - Иглин районындағы һабантуй һәр ваҡыттағыса халыҡсан һәм ойошҡан үтте. Күктә Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары елберҙәһә, байрам майҙанын үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыштары биҙәне. Сәхнә түренән ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Шулай уҡ биләмәлә күргәҙмә-йәрминкәләр гөрләне, был төбәк айырыуса йүкә балы менән дан тота. Вәлиәхмәтовтар ғаиләһенең экспозицияһынан халыҡ өҙөлмәне.
Районда ике тиҫтәгә яҡын милләт халҡы дуҫлыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Байрамда һәр ҡайһыһының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары күрһәтелде, йыр-моңдары яңғыраны. Мәртәбәле сара ҡунаҡтары урындағы етәкселек менән берлектә баллы торт та әҙерләне. Тиҙҙән ул Иглин брендына әйләнеүе ихтимал.
Башҡорт ихатаһында ҡунаҡтарға шифалы үләндәрҙән сәй тәҡдим ителде. Шулай уҡ теләүселәр һуғанлы эсемлектән дә ауыҙ итте. Хужабикәләр билдәләүенсә, был төр сәйҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Иглин районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ менән бергә һабантуй биләмәһендә хәрби блиндаж ойошторғайны. Унда хәрби кейемдәр, окоп шәме, балаларҙың изге теләктәре яҙылған хаттар менән танышырға мөмкин ине. Илһөйәрҙәр өсөн һалдат бутҡаһы ла әҙерләнде.
Гөлназ Хәйбуллина