Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мәрхәмәтлек сараһы 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым йыйыла. Әйберҙәр район-ҡалаларҙың «Ғаилә» үҙәктәрендә ҡабул ителә. Сарала ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Былтыр 20 меңдән ашыу балаға 18 миллион һумлыҡ әйбер тупланған.