Бал ҡорттары саҡҡан балаларҙың тәненән 500-гә яҡын ҡаяу алғандар

Күңелһеҙ осраҡ Ишембай районы Әхмәр ауылында теркәлгән. Ағалы-ҡустылы 10 һәм 8 йәшлек ике малай үҙҙәре генә урманға сыға. Көтмәгәндә уларға бал ҡорттары күсе һөжүм итә. Малайҙарҙың береһе ҡасып өлгөрә һәм өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыра. Бәхеткә күрә, балаларҙың ата-әсәһе тиҙ арала килеп етә һәм нәҙекәйбилдәрҙе ҡыуып ебәреп малайҙы азат итә. Тәүге медицина ярҙамы урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында күрһтелә, ә артабан улар Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына мөрәжәғәт итә.

Балалар шунда уҡ реанимация бүлегенә оҙатылды. Бәхеткә күрә пациенттарҙың бал ҡорттарына аллергияһы булмаған. Уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелде. Әле малайҙар хәлдәре яҡшырыу сәбәпле өйҙәренә ҡайтарылды. Әлбиттә шештәре тулыһынса бөтмәгән, әммә хәүефле осор үтте, барыһы ла яҡшы буласағына шик юҡ.

Борис Шәрипов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар дауаханаһы баш табибы

Әле малайҙар үҙҙәрен яҡшы тоя, әммә ныҡ ҡына ҡурҡыуҙарын йәшермәй. 10 йәшлек Рамаҙан әйтеүенсә, бал ҡорттары һөжүменән һуң ул хатта кәүҙәһен тоймай. Балаларҙың тәненән 500-гә яҡын ҡаяу алһалар ҙа, сағылған урындары мең тирәһе ине, табиптарға рәхмәт, улдарымды ҡотҡарып ҡалдылар, ти әсәләре Зөлфиә Баймөхәмәтова.