Мотоциклға идара иткән 57 йәшлек уҙаман хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан Иҫке Ҡыйышҡы ауылында туҡтатыла. Полиция хеҙмәткәрҙәре уның эскән булыу ихтималлығына шик белдерә. Ир медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта. Протокол төҙөү өсөн хеҙмәт машинаһына ултыртылғас та ул хеҙмәткәрҙәргә ҡаршылыҡ күрһәтә. Участка хеҙмәткәрҙәре уға ҡулғауҙар кейҙерергә мәжбүр була. Полиция протокол төҙөгән арала мотоциклға идара итеүсе агрессия күрһәтеүен дауам итә һәм хеҙмәткәрҙең башына һуға.
Участковыйға һөжүм итеү факты буйынса йыйылған материал процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһенә тапшырылған.