Радий Хәбиров «Патриот» паркында ойошторолған ирекмәндәр лагеры эшмәкәрлеге менән танышты

Усаҡ артындағы асыҡ диалог. Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» паркында ойошторолған республика ирекмәндәре лагеры эшмәкәрлеге менән танышты. Быйыл форум беренсе тапҡыр үтте. Ул 250-нән ашыу ирекмән ҡатнашлығында өс көн барҙы. Улар өсөн төрлө яҡлы оҫталыҡ дәрестәре, фәһемле осрашыуҙар ойошторолдо. Усаҡ артындағы һөйләшеүҙә Республика Башлығы ла ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Усаҡ артында гитара ҡылдарын сиртеп йырлашыу, күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеү Башҡортостан Башлығын йәшлек йылдарына алып ҡайтты. Радий Хәбиров республика район-ҡалаларынан йыйылған ирекмәндәрҙең һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Ул власть даирәләренән шәхси тормошон да урап үтмәне. Ирекмәндәр хәрәкәте мөһимлеген республика башлығы айырым туҡталды. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙағы һынауҙарҙа уларҙың ҙур көс булыуын билдәләне.

Радий Хәбиров фекеренсә, берҙәм булғанда бер ҡаршылыҡ та кәртә була алмай.