Баш ҡаланың Октябрь районында «Өфө мунсағы» сәләмәтлек һуҡмағы төҙөлә башланы

Проектҡа ярашлы, йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөүселәр өсөн юл Сипайлово биҫтәһенән алып Менделеев урамына тиклем һалына. Һуҡмаҡ өс саҡрым ярымға иҫәпләнгән. Әлегә Замандаштар урамында ер эштәре ойошторолған. Участкаға тиҙҙән асфальт түшәлеп, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла.