“Яугирҙәрҙең кәйефе күтәренке. Улар Башҡортостан халҡына ҡайнар сәләм ебәрҙе”

Республика журналистар берлеге делегацияһы махсус хәрби операция биләмәһендә булып ҡайтты. Коллегаларыбыҙ Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары һалдаттары, шулай уҡ мобилизацияланған ир-егеттәр менән осрашҡан. Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үтте. Һөнәрҙәштәребеҙ сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашты. “Ағиҙел” журналы баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мөнир Ҡунафин Донбасс яҙмалары әҙерләүе тураһында ла белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан Журналистар берлеге Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары менән килешеү төҙөгән. Союз рәйесе, “Башҡортостан” газетаһы баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов белдереүенсә, хәҙер илдең яңы төбәктәре менән хеҙмәттәшлек тағы киңәйәсәк. Республиканың баҫма, теле- һәм радио журналистары яугирҙәр өсөн 700 мең һумдан ашыу аҡса йыйған. Был суммаға квадрокоптерҙар, смартфон, тепловизорҙар алынған.