Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта санаторий-курорт хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды. Программаға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар шифаханала бушлай ял итә ала. Быйыл 156 кеше шундай мөмкинлек менән файҙаланған. Программаға үҙгәрешкә ярашлы, яуҙа һәләк булған хәрбиҙең ҡатыны йәки ата-әсәһенең береһе шифаханала түләүһеҙ дауаланып сыға ала. Бының өсөн 60 мең һум бүленә. Программала республикалағы 11 шифахана, профилакторий һәм ял йорто ҡатнаша.