Кәпәй-Ҡобау һәм Ғафури ауыл советтарына янғын һүндереү автомобиле һәм мобиль комплекс бирелде. Мобиль янғын һүндереү комплексы Башҡортостанда эшләнгән. Быйыл ошондай 19 комплекс сығарыу күҙ уңында тотола. Уларҙы урманлы төбәктәргә тапшырыу ҡарала. Республикала биш йыл эсендә ирекле янғын һүндереү отрядтары өсөн 200-гә яҡын мобиль комплекс алынған. Бындай сара ауыл биләмәләрен янғындан һаҡлауға йүнәлтелгән.