Башҡортостан Хөкүмәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды. Ведомство-ара комиссия ултырышында төп иғтибар «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йүнәлтелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, филиал быйыл 31 майҙа асылғайны.
Унда «Берҙәм тәҙрә» форматында хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә юридик һәм социаль һорауҙар буйынса консультациялар уҙғарыла. Мөрәжәғәт итеүселәргә ветеран статусын биреүҙә, эшкә урынлашыуҙа, медицина ярҙамы алыуҙа, реабилитация үтеүҙә ярҙам күрһәтелә.
Ведомство-ара ултырышта дәүләт фондының төбәк бүлексәһе Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Сибай ҡалалары хакимиәттәре менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө. Муниципалитеттар менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында эшсе төркөм ойоштороу ҡаралған. Партнерҙар һаны артасаҡ. Әйткәндәй, филиал эшен махсус әҙерлек үткән социаль координаторҙар алып бара.