Бишенсе “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының приз фонды 10 миллион һумға етте

“Терра Башҡортостан” республика ат спорты турниры 15 июлдә башлана. Унда башҡорт тоҡомло аттарҙа һыбайлылар ҡатнаша. Өс ай дауамында 8 этап үтә. Финал 10 сентябргә тәғәйенләнгән. Еңеүселәр араһында 10 миллион һум уйнатыла.