“Башҡортостан сода компанияһы” Шахтау карьерын эшкәртеүҙе дауам итәсәк

Республика башлығы Радий Хәбиров был турала “Ведомости” баҫмаһына биргән интервьюла белдерҙе. “Предприятиеның эшен тик ыңғай яҡтан баһалайбыҙ. “Русский водород” компанияһы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барылды. Предприятие директорҙар советы раҫлаған инвестиция программаһын үтәү өҫтөндә эшләй. Сеймал менән тәьмин итеү - актуаль мәсьәләләрҙән һанала. Компанияның алдағы йылдарға үҫеш программаһына ярашлы, сеймал буйынса аңлашыусанлыҡ бар. Уның өсөн Шахтау карьеры файҙаланыла”, - тине Радий Хәбиров.