Республика Хөкүмәтендә “Алға” махсус иҡтисади зонаһының эксперт советы ултырышы уҙҙы. Унда биләмәнең бишенсе майҙансығында эшмәкәрлек алып барыу мәсьәләләре ҡаралды. Махсус иҡтисади зонаға “Өфө” индустриаль паркы ҡушылды. Бында “Амкодор-Ағиҙел” заводы урынлашҡан. Ул Беларусь компанияһы ярҙамында төҙөлдө. Ойошмала ауыл хужалығы ҡорамалдары етештерелә. Проект 1,1 миллиард һумға баһалана, 250 кешегә эш урыны була. Бөгөнгә Өфө янында эшләү өсөн тағы 5 резидент менән ниәттәр килешеүе раҫланған.