Былтыр Башҡортостан халҡы интернет-мутлашыусыларға 1 миллиард 600 миллион һум аҡса күсергән

Республика буйынса Эске эштәр министры Александр Прядко ошо турала хәбәр итте. Кешеләрҙе телефон һәм интернет аша алдау осраҡтары көн һайын теркәлә. Бер көндә урланған аҡсаларҙың суммаһы 20-30 миллион һумға етә.  “Телефондан шикле шылтыратыу булғанда, яуап бирмәү, әңгәмә ҡормау иң яҡшыһы”, - тип белдергән ведомство етәксеһе.