Учалыла мотоцикл водителе йәйәүлене бәрҙергән

Авария Мортазин урамында теркәлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «Форвард» мотоциклы руле артындағы 27 йәшлек ир йәйәүлеләр үткәүеле аша үтеп барыусы 38 йәшлек ҡатынды тапата. Юл ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә төрлө йәрәхәттәр алған йәйәүлегә медицина ярҙамы талап ителә.

Әлеге ваҡытта был осраҡ буйынса тикшереү башланған. Мотоцикл махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Водителдең ике тәгәрмәсле транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғына тейешле категорияһы юҡ. Шулай уҡ мотоцикль билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән.