Өфөлә Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы уҙҙы

Ойошма мәғрифәт саралары уҙғарып, халыҡтың хоҡуҡи белем кимәлен арттыра, шулай уҡ төбәк буйынса яңы бүлексәләр булдыра. Сара сиктәрендә норматив-хоҡуҡи акттарға коррупцияға ҡаршы экспертиза ойоштороу үҙәге асылды. Был Ассоциация эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.

Ике йыл эсендә генә Башҡортостан район-ҡалаларында ойошманың ун алты бүлексәһе асылды, яҡынса ун өс мең кешегә бушлай юридик консультация, адреслы ярҙам күрһәтелде. Был бик юғары күрһәткес. Ҙур командаға оло рәхмәтемде еткерәм.

Ирина Панькина Дәүләт думаһы депутаты, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе